ДИҢГЕҘ. УТРАУ. ХАЗИНА

ДИҢГЕҘ. УТРАУ. ХАЗИНА

Балалар өсөн һәр яңы спектакль үҙе бер тулҡынландырғыс ваҡиға. Сөнки был эшкә ҡуйыусы төркөм дә, ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа ҙур ихласлыҡ, күңел йылылғы менән алына һәм балаларса мауығып, етди эшләй. Был күренеш — «балаларға тәғәйен спектаклде өлкәндәргә ҡуйған кеүек, тик саҡ ҡына оҫтараҡ эшләргә кәрәк», тигәндәге осраҡ.

Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың Рәсәйҙә билдәле автор Дамир Сәлимйәновтың «Көләс Роджер» пьесаһы буйынса «Диңгеҙ. Утрау. Хазина» тигән пираттар мажараһына репетициялары үҙе бер тамаша. Ситтән генә күҙәткән һәр кем йүгереп барып уйынға ҡатнашып китер сиктә дәртләнә, цирк артистары кеүек сәхнәнең иңен-буйын иңләп «осҡан» йәштәрҙең ҡыйыулығына һоҡлана, ирмәк костюмдарын күреп йылмая. Ә әкиәттәге ваҡиғалар балалар бик яратҡан пираттар уйынын хәтерләтә: ҡапма-ҡаршы торған ике пират командаһы хазина эҙләргә юллана. Икеһе лә тик еңеү һәм байлыҡ көтә, әммә ике командала ла хазинаға илтеүсе картаның яртышар өлөшө генә. Аңлашыла, картаның яртыһы дошман яғында. Һәр команданың маҡсаты, картаның икенсе яртыһын ҡулға төшөрөп, табышҡа эйә булыу. Был юлда пираттар ниндәй генә мажараларға юлыҡмай: алыштар, алданыуҙар, ҡурҡыныс та, күңелле лә хәлдәр, хатта… мөхәббәт! Ҡыҫҡаһы, хазина эҙләү ике команда өсөн дә мажаралар өйөрмәһенә әйләнә.

Хазина кемгә эләгер, әлегә сер. Әммә шуныһы асыҡ: йәш тамашасыларҙы иҫ китмәле Яңы йыл әкиәте көтә! Хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ, дуҫтар:  Диңгеҙ. Утрау. Хазина — Пиратттар мажараһы.

Авторы спектакля

Richard Hernandez

Vice Chairman

Действующие лица и исполнители

9bRFlifhjsU
84_mZTDh72E
EAYYH4LkFtc