ДҮРТӨЙЛӨЛӘР, ҺЕҘГӘ “БӘХЕТ ХАҠЫ” КИЛӘ!

ДҮРТӨЙЛӨЛӘР, ҺЕҘГӘ “БӘХЕТ ХАҠЫ” КИЛӘ!

6 ноябрҙә Дүртөйлө ҡалаһында район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Бәхет хаҡы” спектаклен (Х. Мөҙәрисова, режиссер А. Абушахманов) уйнаясаҡ.

13 йыл дауамында ҙур уңыш менән барған был музыкаль мелодрамала төп ролде Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров башҡарған булһа, гастроль спектаклендә уның сәхнәләре видеопроектор аша күрһәтеләсәк.
Бәхет хаҡы ниҙә һуң?.. Төп герой Зариф ваҡытында ғаиләһенә бик үк иғтибар бирмәй, ижадҡа мөкиббән китеп, бар яҙмышын сәхнәгә арнай. Өлкән йәшкә еткәнсе: «Сәнғәткә хеҙмәт итеү быларҙың барыһын да аҡлаясаҡ», − тигән фекерҙә йәшәй. Ошо сикһеҙ ышаныу үҙен генә түгел, яҡын кешеләрен дә тормош даръяһында өйрөлтә. Ғүмере ахырында Зариф бар үткәнен иҫенә төшөрә…
Тамаша 19:00 сәғәттә башлана.

Пушкин картаһы ғәмәлдә. 16+

БИЛЕТТАР: мәҙәниәт йорто кассаһында һәм онлайн ufa.kassy.ru/events/tea…