ФЛОРИД БҮЛӘКОВТЫҢ ХӘТЕР КИСӘҺЕ

ФЛОРИД БҮЛӘКОВТЫҢ ХӘТЕР КИСӘҺЕ

«БИШЕГЕМӘ КИРЕ ҠАЙТЫУ ЮЛЫ» исеме аҫтында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковтың хәтер кисәһе уҙасаҡ.

Кисәлә республика театрҙары коллективтары, билдәле яҙыусылар, драматургтар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Ҡәҙерле тамашасылар!
Һеҙҙе 28 ғинуар 19.00 cәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ижадташыбыҙ, рухташыбыҙ, театрыбыҙҙың дуҫы, талантлы драматург, һоҡланғыс шәхес Флорид Бүләковтың хәтер кисәһендә көтөп ҡалабыҙ.

Инеү ирекле.