Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертауарында барған «Алтын асҡыс – REMAKE» исемле музыкаль мажараның премьераһына бөгөн теүәл 12 йыл. Ошо ваҡыт эсендә ағастан юнып эшләнгән малай – Буратино хаҡындағы әкиәт 300-ҙән ашыу тапҡыр сәхнәлә уйналған, уны 100 меңгә яҡын тамашасы ҡараған.
Алексей Толстой әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдең инценировка авторы һәм ҡуйыусы режиссеры -Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, ҡуйыусы-рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, хореограф Яна Головченко. Руссанан әкиәтте башҡорт теленә Зәлифә Абушахманова тәржемә итә, йыр текстары авторы – Айгөл Үтәгәнова.
Заманса бейеүҙәргә бай, сағыу, музыкаль, матур костюмдар һәм иҫ-киткес актерҙар уйыны балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмай. Был әкиәтте хатта бер-нисә тапҡыр ҡараған тамашасылар ҙа бар.
Әлбиттә, 12 йыл эсендә актерҙар составы ла үҙгәреш кисерҙе, әммә спектаклдә тәүге көндән алып бөгөнгәсә уйнаған артистар ҙа бар. Уларҙың береһе – Артемон ролен башҡарыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Хайсаров. “Беҙ был әкиәтте сығарған ваҡытта барыбыҙ ҙа яратып эшләнек, эске бер тойғо менән уның тамашасы күңеленә хуш киләсәген һиҙә инек. Тәүге тәҫъораттар әле лә онотолмай. Беҙҙең театрҙа балалар өсөн әкиәттәр бик күп, әммә кескәй тамашасылар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып, ҡабат-ҡабат ҡарағандары бер-нисәү генә. “Буратино” тап шундайҙарҙың береһе.
Ҡыҙыҡлы мәлдәрҙән шул хәтерҙә ҡалған. Мин Ҡазанда фестивалдә инем. Артемон роленә коллегам Артур Ҡунаҡбаев инде. Ролде аңлатып торманым, сөнки ул үҙе лә был әкиәттә уйнай. Татарстандан ҡайтҡас, Артур менән һөйләшәбеҙ, нисек уйнап сыҡтың, тигән һорауыма ул, ҡуй, әллә ниндәй роль ул һинең, әйтерһең дә монтировщикһың, ти. Йә Мальвинаны күтәреп йөрөтәһең, йә ултырғыстар ташыйһың, йә булмаһа Карабас-Барабас театрының конструкцияларын сығараһың. Үҙең генә уйна инде был ролеңде, тип көлдө” – тигән хәтирәләре менән бүлеште Руслан.
Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров «Алтын асҡыс – REMAKE» музыкаль мажараһы сәхнәгә сыҡҡан ваҡытта режиссер ярҙамсыһы була, ә хәҙер инде бер-нисә йыл дауамында Папа Карло ролен башҡара.
Алмас Әмиров: “Беҙ бит был әкиәтте бер аҙ уйнамай торҙоҡ, шуға бик һағынып көтөп алдыҡ уның йәнә сәхнәгә сығыуын. Был жанр миңә бик оҡшай. Сөнки балаларҙан, тамаша залынан ниндәйҙер ыңғай энергетика бөркөлә. Улар һинең менән бер тулҡанда, тын алыштар хатта бер. Ә был үҙ сиратында актерҙы рухландыра, алға әйҙәй. Балаларҙы алдап булмай. Улар шунда уҡ һиҙә, улар – бик етди аудитория. Улар шул тиклем ышанып ҡарайҙар, ҡысҡырап ебәрәләр, “шунда ҡасты”, “бында китте”, тип әйтеп ултыралар. 12 йыл дауамында бик күп ҡыҙыҡлы мәлдәр булды инде. Әкиәт сыҡҡан ваҡытта Ташбаҡа – Тортила сәхнәһендә ике баҡа аҫтан, люктан сығалар ине. Бер мәл, спектакль бара, Тортила сәхнәлә, һүҙҙәрен һөйләй башланы. Люк асылды, ә баҡалар юҡ! Тортила үҙе генә сәхнәһен уйнап сыҡты. Баҡтиһәң, баҡаларҙы өҫкә күтәрә торған люк ватылған да, тегеләр сыға алмай ултырған. Аҫтан өҫкә, сәхнә артынан йүгереп килеп еткәнсе, уларҙың сәхнәләре үтеп тә киткән. Карабас-Барабас ролен театрыбыҙҙың иң буйсан актеры – Хәким Мортазин уйнай бит инде, тамаша залынан үткән саҡта ҡайһы бер балалар ҡурҡалар, шуғыраҡтары һаҡалынан тартып ҡалалар”.
Спектакль йәнә сәхнәлә! Декорациялар, костюмдар яңыртылды, әммә бөгөн дә «Алтын асҡыс – REMAKE» тамашасыларҙың яратҡан әкиәте булып ҡала. Яңы йыл каникулдарын беҙҙең Буратино менән бергә үткәрегеҙ!