Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер көнгә Ейәнсура районына гастролгә килә.
2 декабрҙә 19:00 сәғәттә Иҫәнғол ауылында район мәҙәниәт йортонда “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакленә рәхим итегеҙ. Кинодрама жанрындағы спектакль Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов тарафынан ҡуйылған һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә генә ҡалған Фәрхинур ғүмер буйы “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы алтмыш дүрт йылдан һуң асыҡланғас, ул алыҫ Германияға, иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә, барырға ниәтләй. Һикһәнде уҙған оло кешегә, тыуған ауылынан дүрт мең саҡрым ара үтеп, ғүмер буйы күңелендә йөрөткән тойғоларын әйтергә насип булырмы?
БИЛЕТТАР: Мәҙәниәт йорто кассаһында (89270892724) һәм онлайн:https://ufa.kassy.ru/venue/mauk-rdk-zianchurinskijj-rajjon-s-isyangulovo-214/
Пушкин картаһы ғәмәлдә. Белешмәләр өсөн телефон: 89374975073
