БАШДРАМТЕАТР 105-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯБА

БАШДРАМТЕАТР 105-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯБА

Башдрамтеатр 105-се ижад миҙгелен яба

26 июндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле менән яба.
Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айрат Абушахманов ҡуйған премьера спектакле Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә генә ҡалған Фәрхинур ғүмер буйы “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы алтмыш дүрт йылдан һуң асыҡланғас, ул алыҫ Германияға, иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә, барырға ниәтләй…
Премьера спектакле һуңында, театр йолаһына ярашлы, 105-се ижад миҙгелендә маһирлыҡ күрһәткән актерҙарҙы бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ.