БАШДРАМТЕАТРҘА ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ ЙЫЙЫЛЫШЫ УТТЕ

БАШДРАМТЕАТРҘА ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ ЙЫЙЫЛЫШЫ УТТЕ

23 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының X отчет-һайлау съезына делегаттар һайлау ултырышы үтте. Театр эшмәкәрҙәре союзының төбәк филиалы рәйесе Әхтәм Абушахманов съезға әҙерлек һәм уны үткәреү тәртибе менән таныштырып, союздың яңы ағзаларына танытмалар тапшырҙы. Башдрамтеатрҙың йәш артистар – Сабина Кирәева, Илүзә Күсәбәева, Айым Сөләймәнова, Гүзәл Йәнбирҙина, Лилиә Сәғитова Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзына ҡабул ителде. X отчет-һайлау съезына делегаттар һайлау ултырышында Башдрамтеатр хеҙмәткәрҙәре араһындағы 59 ағзаның йәмғеһе 47 кеше ҡатнашып, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе вазифаһына – Иршат Фәйзуллин кандидатураһы, Күҙәтеү-ревизия комиссияһы рәйесе итеп Фәнис Рәхмәтов тәҡдим ителде. Шулай уҡ, Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының киләһе отчет-һайлау съезына һигеҙ делегат һайланды.

Башдрамтеатрҙа Театр эшмәкәрҙәре союзы йыйылышы үтте