Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 104-се ижад миҙгелен тамамланы. Тамашасыларға 104-се миҙгелдең премьераһы – Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль күрһәтелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов сәхнәләштергән спектакль сезон барышында тулы залдар йыйып, уңышлы барҙы.
Спектаклдән һуң театрҙың художество советы ағзалары миҙгелдә сағыу эштәре булған актерҙарҙы почет грамоталары менән бүләкләне.
Номинациялар түбәндәгесә бүленде:
“I дәрәжәләге иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле”- Римма Ҡаһарманова (“Бөйрәкәй”)
“I дәрәжәләге иң яҡшы ир-егет роле “- Руслан Хайсаров (“Бөйрәкәй”)
“II дәрәжәләге иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле” – Лилиә Ғәлина (“Килен”)
“II дәрәжәләге иң яҡшы ир-егет роле” – Морат Рафиҡов (“Килен”)
“Икенсе пландағы иң яҡшы ир — егет роле”- Фәнис Рәхмәтов (“Бөйрәкәй”)
“Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”- Зилиә Ситдыҡова (“Бөйрәкәй”)
“III дәрәжәләге иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”- Гөлназ Хайсарова (“Бөйрәкәй”)
“Намыҫ һәм лайыҡлылыҡ өсөн” – Тәнзилә Хисамова (“Бөйрәкәй”)
“Иң яҡшы дуэт” — Айҙар Шәмсетдинов һәмГөлфиә Рафиҡова (“Килен”)
“Алтын ҡулдар оҫтаһы” – Валерий Закиров (тегеү цехының рәссам-модельеры)
“Ролдәр ансамбле / Ансамблдәге ролдәр” – “Юғалған ваҡыт артынан” спектаклендә ҡатнашыусы: Айнур Ситдыҡов, Алмаз Йосопов, Гөлнара Әмирова, Гөлфиә Рафиҡова, Гүзәл Маликова, Минзәлә Хәйруллина, Айсыуаҡ Йомағолов, Артур Ҡунаҡбаев, Алмас Әмиров, Урал Әминев, Илүзә Күсәбаева, Илгизә Ғилманова, Лилиә Ғәлина, Гүзәл Хәсәнова, Айнур Ғәбитов, Тәң Хөсәйенов бүләкләнәләр.
«Өмөт» Призы — Линар Бәйетов(«Бөйрәкәй»)
“Тамашасылар һөйөүе” – “Килен” спектакле.
Беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн рәхмәт, ҡәҙерле, яратҡан тамашасыларыбыҙ!
105 – се ижад миҙгелендә осрашҡанға тиклем!
https://www.youtube.com/watch?v=APYBWG9_-I8