Был юлы беҙҙең коллектив Ырымбурға юлланды! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ырымбур тамашасыларына ике премьера спектаклен тәҡдим итә: Венер Исхаҡов повесы буйынса “Йырланмаған йырым һин…” музыкаль мелодрамаһы һәм Таңсулпан Ғарипованың роман-пенталогияһы буйынса “Бөйрәкәй”драмаһы. Ике спектаклде лә театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов. Ғәҙәттәгесә, гастролдәр Максим Горький исемендәге Ырымбур драма театры сәхнәһендә үтәсәк.
Спектаклдәргә рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!