БАШДРАМҒА 105!

БАШДРАМҒА 105!

Был иҫ киткес дата – Башҡортостандың рухи байлығын, милли сәнғәтенең юғары үҫешен сағылдырған мөһим ваҡиға. Бына 105 йыл инде был изге урын халыҡ йөрәгенә юл таба, милли рухты һаҡлай, әҙәбиәтебеҙҙең иң яҡты әҫәрҙәрен сәхнәгә күсереп, тамашасыларҙың күңеленә нур сәсә.

Юбилей байрамына арналған ике спектакль – “Заятүләк менән Һыуһылыу” һәм “Ҡара йөҙҙәр” – театрҙың оҫталығын, ижади ҡеүәтен, милли үҙенсәлеген асып һала.

3 декабрь 19:00 сәғәттә “Заятүләк менән Һыуһылыу”.

Башҡорт эпосының бөтә матурлығын, серле донъяһын күрһәткән ғаилә менән ҡарау өсөн спектакль. Сағыу костюмдар, йыр-бейеүҙәрҙең гармонияһы, һүрәтле яҡтылыҡ һәм заманса видеопроекциялар – барыһы ла тамашасыны Мәжит Ғафури әҫәренең тылсымлы донъяһына сумдырыу өсөн. Режиссер Ильсур Ҡаҙаҡбаевтың, инсценировка авторы Мария Малухинаның оҫта ҡулында башҡорт халҡының рухи байлығы, әҫәрҙең символик мәғәнәһе яңынан тыуып, йөрәкте тетрәндерә.

4 декабрь 19:00 сәғәттә “Ҡара йөҙҙәр” спектакле.

“Ҡара йөҙҙәр” – үҙенсәлекле, көнүҙәк проблемаларҙы күтәргән, тәрән фәлсәфи әҫәр. (Инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов, Шәүрә Ғилманова, режиссер – Айрат Абушахманов).
2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылып, үҙенсәлекле сәнғәт өлгөһө булараҡ, тамашасыларҙың йөрәген яуланы. 2016 йылда «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы һәм фестиваленең «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (А. Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Г. Ҡаҙаҡбаева), «Иң яҡшы сценография» (А. Нестеров) номинацияларына дәғүә итте һәм “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше» номинацияһында еңеүсе тип танылды.
2014 йылда Ҡазандағы төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивале “Науруз” сиктәрендә тамашасыларға күрһәтелде. 2024 йылдың апрель айында “Ҡара йөҙҙәр” спектакле Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта уҙған 11 Халыҡ-ара “МИТЕМ” театр фестивалендә ҡатнашып ҙур уңыштар яулауы – башҡорт театрының юғары статусын, уның донъя кимәлендә танылыуын раҫлай.

4 декабрь 17:00 сәғәттә театр фойеһында коллектив рәсми ҡотлауҙар ҡабул итәсәк.

Хөрмәтле тамашасылар, килегеҙ, 105 йыллыҡ юбилей байрамында бергә булайыҡ! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының уңыштарына ҡыуанып, уның киләсәгенә ышанып, ижад емештәренең яңы үрҙәренә бергә атлайыҡ!