4 декабрҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 105 йыллыҡ юбилейын тантаналы шарттарҙа билдәләне!
Театр артистарына һәм хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, ҡәҙерле дуҫтар!
Айырым рәхмәт һүҙҙәрен беҙ үҙебеҙҙең ҡәҙерле тамашасыларыбыҙға – тоғро дуҫтарға, коллегаларыбыҙға еткерәбеҙ. Рәхмәт һеҙгә алҡыштар өсөн, сәнғәткә булған һөйөүегеҙ өсөн! Һеҙҙең ҡыуанысығыҙ – беҙҙең өсөн иң ҡиммәтле илһам! Был онотолмаҫлыҡ көндө беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!