28 ноябрҙә “Арт-Квадрат” майҙансығында республиканың мәҙәни тормошон яҡтыртасаҡ “Сәнғәт” телеканалын асыу тантанаһы үтте.
Театр, кино, музыка донъяһын үҙ иткән тамашасылар яңы телеканал аша спектакль-концерттар трансляцияларын, музейҙарҙан видеоэфирҙар, төрлө мәҙәни сараларҙан репортаждар ҡарай аласаҡ. “Сәнғәт” телеканалы рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, уларҙы йәш быуынға еткереү, сәхнә әһелдәре менән тамашасы араһында күпер булдырыуҙы маҡсат итеп алған.