Бөгөн театрҙың бер төркөм артистары һәм хеҙмәткәрҙәре Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнашты.
Берәүҙәр юғары уҡыу йорттары аудиторияларында парта артында яҙһа, икенселәр онлайн форматты һайлап өйҙәрендә башҡорт телен белеү буйынса үҙ көстәрен һынаны. Ә кемдәрҙер хатта диктантты үҙҙәре уҡыны.
Ә һеҙ, беҙҙең яратҡан тамашасыларыбыҙ, халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнаштығыҙмы? Быйылғы тема уҙған йылдыҡына ҡарағанда еңелерәк инеме, әллә киреһенсә – ауыр булдымы?