14 декабрь Башҡортостанда башҡорт теле көнө. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.
Ғәзиз әсәбеҙҙәй ҡәҙерле, донъялағы иң матур һәм яғымлы телдәрҙең береһе ул башҡорт теле. Зәйнәб Биишева яҙғанса, “моң шишмәһе һандуғастай йырсы” ла ул, Рәми Ғарипов әйткәнсә, “көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла”.
Ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған ошо аҫыл хазинаны күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ, ҡәрҙәштәр, киләһе быуындарға туған телебеҙҙең бөйөклөгөн, моңон түкмәй-сәсмәй еткерәйек!
Байрам менән!