БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНЫҢ ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫНДАҒЫ ГАСТРОЛДӘРЕ

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНЫҢ ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫНДАҒЫ ГАСТРОЛДӘРЕ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Хәйбулла районына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!..” тип аталған театрлаштырылған тамаша менән юллана. Был рухлы сәйәхәттең тағы бер тантаналы сәбәбе бар: 21 апрель – Петропавловка ауыл мәҙәниәт йортонда, 22 апрелдә – Бүребай ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә, 23 апрелдә Аҡъяр ауылы район мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилейы үтә. Ошо ике мөһим байрам айҡанлы Хәйбулла районы тамашасыһына сағыу программа әҙерләнә.

Театрлаштырылған концерт программаһын Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фәнис Рәхмәтов, Илгиз Таһиров башҡарыуында
һөйөүгә арналған йырҙар, Еңеүҙе данлаған әҫәрҙәр, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған спектаклдәрҙән өҙөктәр тәшкил итә.