БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА «КЕЙӘҮҘӘР»СПЕКТАКЛЕНЕҢ РЕПЕТИЦИЯЛАРЫ БАРА

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА «КЕЙӘҮҘӘР»СПЕКТАКЛЕНЕҢ РЕПЕТИЦИЯЛАРЫ БАРА

Урамдағы сатлама һыуыҡ нимә ул – “Кейәүҙәр” спектакле репетициялары ҡыҙыу фекер алышыуҙар, яңы ижади көстәр менән дауам итә.

Отҡор тамашасыларыбыҙ фотоларҙағы йәш йырсыны танығандыр ҙа әле?! Эйе, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Хәй Вәхит әҫәре буйынса Фирғәт Ғарипов сәхнәләштергән музыкаль комедияла Айҙар Исхаҡов башҡарыуында йырҙар яңғыраясаҡ. Айҙар З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала, ҡурайҙа, фортепианола, ҡумыҙҙа, думбырала уйнай. Блюз стилендә яҙылған йырҙары төрлө йәштәге тамашасылар араһында киң танылыу яулай.

Театр яңылыҡтарын күҙәтеп барығыҙ, “Кейәүҙәр” менән танышыу алда әле!