БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА ХӘБИБУЛЛА ИБРАҺИМОВТЫ ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕ ҮТТЕ

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА ХӘБИБУЛЛА ИБРАҺИМОВТЫ ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕ ҮТТЕ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башҡорт драматургы, композитор Хәбибулла Ибраһимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.

Хәбибулла Кәлимулла улын башҡорт комедиографияһына, милли музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы тәүге композиторҙарҙың береһе, театр классигы, тип беләбеҙ. Уның йырҙары халыҡ көйҙәренә әүерелгән, комедиялары тамашасы хәтерендә яҡшы һаҡлана.

Театр оркестры башҡарыуында йәнле музыка, спектаклдәрҙән өҙөктәр, моңло йырҙар менән биҙәлгән тамаша Хәбибулла Ибраһимовтың ижадына байҡау ҙа, ихтирам һәм рәхмәт булып та яңғыраны.