Һеҙҙе 2 июндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк башҡорт драматургы, композитор Хәбибулла Ибраһимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһенә саҡырабыҙ.
Сарала һеҙ Хәбибулла Кәлимулла улының ижад донъяһына сумып, уның театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәте менән танышып, ваҡыт һулышын тойорһоғоҙ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры оркестры башҡарыуында йәнле музыка, спектаклдәрҙән өҙөктәр, яңғыраясаҡ моңло йырҙар – барыһы ла шәхестең республика мәҙәниәтендәге уникаль ролен аңларға ярҙам итәсәк.
Хәтер кисәһе 19:00 сәғәттә Бәләкәй сәхнәлә уҙасаҡ.