БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ ЙӘНӘ ЛӘ БУДАПЕШТҠА ЮЛ ТОТА!

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ ЙӘНӘ ЛӘ БУДАПЕШТҠА ЮЛ ТОТА!

18 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Будапештҡа юлланды, унда ул 11-се MITEM Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашасаҡ.
Йылдың төп театраль ваҡиғаларының береһе – Митем Фестивале 6 апрелдән 28 апрелгә тиклем үтәсәк. Был ваҡытта Будапешт ҡалаһына билдәле театр коллективтары йыйыла. Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле 22 апрелдә Венгрия Милли театрының төп сәхнәһендә күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, Башҡорт драма театры спектакленә билеттар күптән инде һатылып бөткән – бында беҙҙең театрҙың венгр тамашасыһына таныш булыуы ла роль уйнағандыр – Башҡорт драма театры Рәсәйҙең берҙән-бер вәкиле булараҡ күләмле форумда ҡатнашты һәм 10 октябрҙә X Бөтә донъя театр Олимпиадаһы сиктәрендә Венгрияның Gobbi Hilda исемендәге Милли театры сәхнәһендә Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса «Джут» спектаклен күрһәтте.

“Ҡара йөҙҙәр” спектакле тураһында:
Спектакль Башҡортостан Республикаһы Башлығының иң мөһим ижади проекттарға ярҙам итеү грантына ҡуйылды, 2014 йыл
Спектакль – «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Гөлнара Ҡаҙаҡбаева), «Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров) номинациялары номинанты
“Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында “Алтын битлек” яулаусы (Альберт Нестеров).

Спектакль авторҙары:
Режиссеры – Айрат Абушахманов
Инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов, Шәүрә Ғилманова
Рәссамы – Альберт Нестеров
Композиторы – Илшат Яхин
Пластика буйынса режиссерҙары – Ринат Абушахманов, Сулпан Асҡарова
Рәссам-яҡтыртыусыһы – Илшат Саяхов
Хормейстеры – Алһыу Хәсбиуллина
Халыҡ йолалары буйынса консультанты – Асия Ғәйнуллина