26 март, Бөтә донъя театр көнө айҡанлы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисалары — Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илсөйәр Ғәзетдинова һәм йәш, талантлы актриса Лилиә Ғәлина менән осрашыу ойошторолдо.
Сарала “Ҡара йөҙҙәр” спектакленең театр тарихындағы тотҡан урыны, төрлө йылдарҙа ҡуйылышы, ролдәрҙе башҡарған артистар тураһында һөйләшеү, ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән уртаҡлашыу булды. Илсөйәр Ғәзетдинова Ғәлимә ролен башҡарған саҡтарын, Лилиә Ғәлина иһә хәҙерге составта Ғәли ролен уйнау тәжрибәһен һөйләне. Осрашыу йылы иҫтәлектәр, бүләктәр, музей буйлап экскурсия менән тамамланды.
Айырыуса шуны билдәләп үтергә кәрәк: бөгөн был спектаклдә ике актриса ла ҡатнаша. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле күп кенә абруйлы наградаларға лайыҡ һәм әле лә театрҙың репертуарында ҙур уңыш менән күрһәтелеп бара. Апрель айына билеттар күптән бөттө, киләһе спектакль 4 май күрһәтеләсәк.