Ижад миҙгелен ябыу – тантана ла, йыл ағымында башҡарылған эшкә баһа ла ул. Йәйге ял алдынан һуңғы спектаклде уйнаған кистә миҙгелдең иң маһир актерҙарын билдәләү матур йолаға әүерелгән.
Быйыл да театрҙың художество советы ҡарары менән миҙгел дауамында ижади уңыш ҡаҙанған актерҙар төрлө номинациялар буйынса бүләкләнде.
«ДЕБЮТ» номинацияһында – актриса АЙЗИЛƏ ТӨРКМƏНОВА
«АХ, БЫЛ МӨХƏББƏТ!..» (А.Чехов, спектаклдең художество етəксеһе – А.Абушахманов, яуаплы режиссеры – А.Əмиров) спектаклендəге Наталья Степановна роле өсөн
«АЛТЫН ОБЪЕКТИВ» номинацияһында кинорежиссер, видеограф, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмəткəре РУСЛАН СƏМЕРХАН УЛЫ ЮЛТАЕВ
«АЛТЫН ҠУЛ ОҪТАҺЫ» номинацияһында декорация цехы рәссам-биҙәүсеһе ГЛЕБ ВЛАДИМИРОВИЧ СОЛОВЬЕВ
«БАШ РЕЖИССЕРҘЫҢ МАХСУС ПРИЗЫ» номинацияһында –
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы МИЛЕНА СИРАЕВА «ВАНЯ АҒАЙ» (А.Чехов, режиссер С.Пектеев) спектаклендəге Елена Андреевна роле өсөн
«РОЛДƏР АНСАМБЛЕ / АНСАМБЛДƏГЕ РОЛДƏР» номинацияһында «Ваня ағай» (А.Чехов, реж. С.Пектеев) спектаклендə ҡатнашыусы актерҙар: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. дəүлəт йəштəр премияһы лауреаты ФӘНИС РӘХМӘТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы МИЛЕНА СИРАЕВА, актриса ЛИЛИӘ ҒӘЛИНА, актриса ИЛҮЗӘ КҮСӘБАЕВА, Рəсəйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы ЭЛЬВИРА ЮНЫСОВА, Ш.Бабич ис. дəүлəт йəштəр премияһы лауреаты АЗАТ ВӘЛИТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы РУСЛАН ХАЙСАРОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ИЛСУР БАЙЫМОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы ГҮЗӘЛ МАЛИКОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы МИҢЗӘЛӘ ХӘЙРУЛЛИНА лайыҡ булды.
«ӨС ТУҒАН» номинацияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. дəүлəт йəштəр премияһы лауреаты УРАЛ ƏМИНОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, С.Юлаев ис. дəүлəт, Ш.Бабич ис. дəүлəт йəштəр премиялары лауреаты АРТУР КƏБИРОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. дəүлəт йəштəр премияһы лауреаты АРТУР ҠУНАҠБАЕВ «Заятүлəк менəн Һыуһылыу» спектаклендəге (М.Ғафури, М.Малухина, режиссеры И.Ҡаҙаҡбаев) Зəңгəр, Ҡыҙыл, Алтын (ендəр) ролдəре өсөн
«ИҢ ЯҠШЫ ЭПИЗОДИК РОЛДƏР» номинацияһында – актриса
ЛИЛИƏ СƏҒИТОВА «ЯРАТАМ, ТИП ƏЙТЕП ӨЛГӨРМƏНЕМ»
(Г.Ғиззəтуллина, режиссеры А.Абушахманов) кинодрамаһындағы Эмма һəм «ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…» (В.Исхаҡов, режиссеры А.Абушахманов) музыкаль мелодрамаһындағы Ғəзиздең ҡатыны,
Журналист, Концертмейстер, Алла Викторовна ролдəре өсөн
«НАМЫҪЛЫ ҺƏМ ФИҘАҠƏР ХЕҘМƏТЕ ӨСӨН» номинацияһында –
Рəсəйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы
РƏҮИС ХƏБИР УЛЫ ЗАҺИТОВ
«ИКЕНСЕ ПЛАНДАҒЫ ИҢ ЯҠШЫ ИР-ЕГЕТ РОЛЕ» номинацияһында – Башҡортостандың халыҡ артисы ИРЕК БУЛАТОВ «ЯРАТАМ, ТИП ƏЙТЕП ӨЛГӨРМƏНЕМ» (Г.Ғиззəтуллина, режиссеры А.Абушахманов) кинодрамаһындағы Томас роле өсөн
«ИКЕНСЕ ПЛАНДАҒЫ ИҢ ЯҠШЫ ИР-ЕГЕТ РОЛЕ» номинацияһында – Башҡортостандың халыҡ артисы АЗАМАТ ҒАФАРОВ «ЯРАТАМ, ТИП ƏЙТЕП ӨЛГӨРМƏНЕМ» (Г.Ғиззəтуллина, режиссеры А.Абушахманов) кинодрамаһындағы Томас роле өсөн
«ИКЕНСЕ ПЛАНДАҒЫ ИҢ ЯҠШЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ РОЛЕ»
номинацияһында – актриса ИЛҮЗƏ КҮСƏБАЕВА «ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…» (В.Исхаҡов, режиссеры А.Абушахманов) музыкаль мелодрамаһындағы Нəжибə роле өсөн
«ИҢ ЯҠШЫ ИР-ЕГЕТ РОЛЕ» номинацияһында – актер АЛМАЗ ЙОСОПОВ «ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…» (В.Исхаҡов, режиссеры А.Абушахманов) музыкаль мелодрамаһындағы Йəш Хəсəн роле өсөн
«ИҢ ЯҠШЫ ИР-ЕГЕТ РОЛЕ» номинацияһында – Башҡортостандың халыҡ артисы АЗАМАТ ҒАФАРОВ «ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…» (В.Исхаҡов, режиссеры А.Абушахманов) музыкаль мелодрамаһындағы Хəсəн роле өсөн
«ИҢ ЯҠШЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ РОЛЕ» номинацияһында – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ИЛГИЗƏ ҒИЛМАНОВА
«ЯРАТАМ, ТИП ƏЙТЕП ӨЛГӨРМƏНЕМ» (Г.Ғиззəтуллина, режиссеры А.Абушахманов) кинодрамаһындағы Фəрхинур роле өсөн
Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, хеҙмәтегеҙ хөрмәтле, бәрәкәтле булһын!