БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА – ЯҢЫ ПРОЕКТ!

БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА – ЯҢЫ ПРОЕКТ!

М. Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов: “Башҡорт академия драма театры халҡыбыҙҙың рухын һаҡлап ҡалыусы үҙәк булырға тейеш, яңы үрҙәр, алға ынтылыш кәрәк, шуға күрә яңы проект урынлы буласаҡ”, тигән маҡсат менән артистарҙы бәләкәй залға йыйҙы.
Ә ниндәй проект? Уның асылы нимәлә? Был һорауға идея һәм проект авторы – режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев яуап бирҙе:
“Күпселек театрҙар әҙер әҫәрҙәр менән эш итә, әммә ҡайһы берҙәре төрлө хәл-ваҡиғаларҙы туплап, эште пьеса рәүешенә еткереп, үҙ репертуарҙарына индергәндәре лә юҡ түгел.
Шунлыҡтан беҙҙең артистарыбыҙ алдына шундай бурыс ҡуйылды: ирекле рәүештә драматургия өлкәһендә үҙ көсөн һынап ҡарарға. Һөҙөмтәлә берәй яҡшы эш сыға икән, был актер өсөн юғары уңышҡа өлгәшеү генә түгел, ә театрыбыҙға ҙур бүләк тә буласаҡ, беҙ ул эште мотлаҡ рәүештә сәхнәгә сығарасаҡбыҙ. Ҡалған эштәр ҙә тейешенсә баһа аласаҡ.
Бындай тәҡдимде актерҙарҙың ыңғай ҡабул итеүе ҡыуандырҙы. Драматургияның төп закондарын тейешенсә белгән артистарыбыҙға бер-береһенә ниндәй роль тап килеүе, уның ниндәй характерлы булыуын аңлатып тороуы ла урынһыҙ, сөнки улар барыһын да һүҙһеҙ аңлай, белә”.
Киләсәктә проект ярҙамы менән репертуарҙа өр-яңы спектаклдәр тыуыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар!