БӨТӘ ДОНЪЯ ТЕАТР КӨНӨ

БӨТӘ ДОНЪЯ ТЕАТР КӨНӨ

Илатҡан да, йыуатҡан да, моңайтҡан да, көлдөргән дә – мөғжизәле театр!
Күңелдәрҙе сафландырыусы, йәшәүгә көс-дәрт, илһам биреүсе донъя ул!
Хөрмәтле коллегалар, ҡәҙерле театр сәнғәтен һөйөүсе дуҫтар!
Һеҙҙе ысын күңелдән Бөтә донъя театр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!
Илһам шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, башланғыстарығыҙ уңышлы булһын!
Яңынан – яңы спектаклдәр менән уңышлы сығыш яһап, тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырып торайыҡ!!!