“БӨЙРӘКӘЙ” СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ

“БӨЙРӘКӘЙ” СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ

29 март М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың киң билдәле “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһы буйынса ҡуйылған спектаклдең II өлөшө сәхнәләштерелде. Спектакль III өлөштән тора, 2 антракт менән.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов, инсценировка авторы – Ангиза Ишбулдина, спектаклдең рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Алина Мустаева, грим буйынса рәссам – Дилара Ласыгина, рәссам-яҡтыртыусыһы – Сергей Гаевой.