«Алтын Битлек» Рәсәй Милли театр Премияһы һәм Фестиваль-конкурсының 2023–2024 йй. миҙгеле буйынса премияға дәғүә итеүселәр исемлеге билдәле булды. Төп номинацияларҙа билдәләнмәгән, әммә эксперттарҙың иғтибарын йәлеп иткән спектаклдәрҙең «Драма һәм ҡурсаҡ театрҙары» йүнәлеше исемлегендә (Лонг-лист) беҙҙең «Бөйрәкәй» спектакле лә бар!
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы буйынса спектаклдең ҡуйыусы режиссёры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов әҫәрҙең инсценировкаһын Ангиза Ишбулдина менән берлектә эшләне. Спектаклдең рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Алина Мустаева, грим буйынса рәссамы – Дилара Ласыгина, рәссам-яҡтыртыусыһы – Сергей Гаевой. Спектаклдә бер быуатҡа яҡын тарихы булған башҡорт ғаиләһе хаҡында һүҙ бара.
«Бөйрәкәй» спектакленең ижади төркөмөн, унда ҡатнашыусы артистарҙы һәм бөтә коллективты ҡотлайбыҙ!