Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы – Тирәкле ауылы миҫалында ХХ быуат дауамында барған ваҡиғаларҙы күрһәткән роман-пенталогия.
Спектакль романдың өс киҫәге мотивтары буйынса ҡуйылған. Уның үҙәгендә – революция, коллективлаштырыу һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда йәшәгән Моратовтар ғаиләһенең тарихы. Ҡара Тирәкле ауылында сит исемдәр аҫтында йәшәгән башҡорт байҙары Диңгеҙхан менән Барсынбикәнең яҙмышы ябай түгел: илдәге үҙгәрештәргә риза булмағандар менән бергә Диңгеҙхан енәйәт ҡылып, үҙ өҫтөнә гонаһ ала – шуның арҡаһында уның ғаиләһе тотош ырыуын юҡ итерлек ҡарғышҡа дусар ителә.
“Ябай кеше үҙенең яҙмышына ҡаршы тора аламы?” – тигән һорау менән Барсынбикә балаларының – Гөлбаныу менән Ихсанбайҙың яҙмышы өсөн көрәшә.
Ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов
Инсценировка авторы – Ангиза Ишбулдина
Ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров
Композиторы – Рәмис Хәкимов
Хореографы – Алина Мостаева
Грим буйынса рәссам – Дилара Ласыгина
Рәссам-яҡтыртыусы – Сергей Гаевой
Ролдәрҙә:
Барсынбикә (Фәүзиә) – Римма Ҡаһарманова
Диңгеҙхан (Сибәғәт – Фәнис Рәхмәтов
Гөлбаныу – Гөлназ Хайсарова
Ихсанбай – Руслан Хайсаров
Бәләкәй Гөлбаныу – Алтынай Урманшина
Бәләкәй Ихсанбай – Рамаҙан Ғәлимов
Сәбилә – Айым Сөләймәнова
Шәһәрбаныу – Лилиә Сәғитова
Рауза – Зилиә Хәлилова
Хашим – Азат Вәлитов
Председатель Ишмөхәмәт – Юнир Ҡоланбаев
Зарифа – Зиләрә Юлтаева
Шәңгәрәй – Таң Хөсәйенов
Бәндәбикә – Тәнзилә Хисамова
Камалетдинов – Артур Кәбиров
Лоҡман Талипович – Алмас Әмиров
Председатель Хәйербәшәр – Айҙар Шәмсетдинов
Следователь Әҙелғужина – Сабина Кирәева
Райком – Руслан Ғәлимов
Кулак – Таң Хөсәйенов
Һауынсылар – Алһыу Бәхтиева, Гүзәл Маликова, Сабина Кирәева, Гүзәл Хәсәнова, Илүзә Күсәбаева
Боронғолар – Сабина Кирәева, Гүзәл Хәсәнова, Илүзә Күсәбаева
Премьера көнө: 2023 йылдың 20 декабрендә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә сәхнәләштерелде.