Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-пенталогияһы буйынса спектакль тәүге тапҡыр 20 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә сәхнәгә сыҡҡан булһа, ә инде бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Өфө тамашасылары өсөн күрһәтелде.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов, инсценировка авторы Ангиза Ишбулдина, спектаклдең рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Алина Мустаева, грим буйынса рәссам – Дилара Ласыгина, рәссам-яҡтыртыусыһы – Сергей Гаевой.
Ролдәрҙә: Римма Ҡаһарманова, Фәнис Рәхмәтов, Гөлназ Хайсарова, Зилиә Ситдиҡова, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Тәнзилә Хисамова, Алмас Әмиров, Гүзәл Маликова, Алһыу Бәхтиева, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Азат Вәлитов, Артур Кәбиров, Зиләрә Юлтаева, Айҙар Шәмсетдинов, Линар Бәитов, Айнур Ғәбитов, Сабина Кирәева, Гүзәл Хәсәнова, Илүзә Күсәбаева һәм балалар – Әминә Сәлмәнова, Самира Ҡоланбаева, Рамаҙан Ғәлимов, Алтынай Урманшина.