Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” хикәйәһе буйынса спектакль әҙерләй башланы. Сәхнә әҫәренең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов, уның менән бергә ижади төркөмдә – рәссам Альберт Нестеров, композитор Рәмис Хәкимов, видеорежиссер Руслан Юлтаев. Бөгөнгө көндә репетициялар бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуар айында театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм театр хеҙмәткәрҙәре Руслан Юлтаев менән Динара Ҡәйүмова Ейәнсура районының Иҙәш ауылында төпләнгән яҙыусы менән ижади осрашыуға барып ҡайтҡан ине. Сәйәхәт видеоһы vk.com/wall-8776450_58452