Бөгөн – милли кейем көнө!

Бөгөн – милли кейем көнө!

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы, мәҙәни мираҫы, быуындар бәйләнеше. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Милли кейемдә – халыҡ тарихы. Һәр биҙәктә – тәрән мәғәнә, фәлсәфә… Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың тарихын, ижади ҡеүәһен, сәнғәтен күрһәткән дәлил.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылда Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса ҡуйылған спектаклендә «Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше» номинацияһында театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров еңеү яулағайны.