БӘХЕТЛЕНЕҢ БАЙРАМЫ БЕР КӨНДӘ!

БӘХЕТЛЕНЕҢ БАЙРАМЫ БЕР КӨНДӘ!

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә икеләтә байрам! Венер Исхаҡов повесы буйынса баш режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән “Йырланмаған йырым һин” музыкаль мелодрамаһының премьераһы һәм ошо спектаклдә төп ролде башҡарыусы актерҙың, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың 50 йәшлек юбилейына арналған бенефисы уҙҙы.

Юбиляр Азамат Фидан улын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары Салауат Дәүләтшин, Салауат районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов, Дүртөйлө районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәсим Ямалетдинов һәм Мәләүез районының “Иҙел” агрофирмаһы директоры Данияр Ғәбитов, Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрының башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов һәм Өфө “Нур” татар дәүләт театрының баш режиссеры Азат Йыһаншин менән актриса Сулпан Раянова ҡотланы.

Спектакль алдынан Азамат Фидан улы Ғафаровты Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән тәбрикләне һәм хөкүмәт бүләге – “Хеҙмәт даны” миҙалын тапшырҙы.

Спектаклдән һуң, традицияға тоғро ҡалып, юбилярҙы туған коллективы исеменән театр директоры Иршат Фәйзуллин ҡотланы.

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә, тиҙәр. Азамат Фидан улының ижады артабан да йөрәк-зиһен аша үтеп, тамашасылар күңеленә барып етһен, ә улар Актерҙы ҡайнар алҡыштар менән бүләкләһен!