«Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәйге хаҡы» повесы нигеҙендә ҡуйылған.
Бәхет хаҡы ниҙә һуң? Төп герой – Зариф – композитор, музыкант, йырсы, етәксе – ижадҡа мөкиббән китеп, үҙ ваҡытында ғаиләһенә бик үк иғтибар бирмәй. Өлкән йәшкә еткәнсе: «Сәнғәткә хеҙмәт итеү быларҙың барыһын да аҡлаясаҡ», — тигән фекерҙә йәшәй. Зариф шәхес булараҡ көслө, тормошта туҡтауһыҙ ниҙер эҙләй, йәшәү мәғәнәһен табырға тырыша, бәхет көтә, үҙенең бар яҙмышын сәхнәгә арнай. Ошо сикһеҙ ышаныу үҙен генә түгел, ә бар яҡын кешеләрен дә, теләйме улар, юҡмы, төп геройҙың тормош даръяһында өйөрөлтә. Ғүмере ахырында Зарифтың яңғыҙ ҡалыуы бар үткәнен иҫенә төшөрә. Спектакль, жанрынан уҡ күренеүенсә, махсус яҙылған йыр-моңдарға бай.
Ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Ҡуйыусы рәссам – Варвара Чувина (Санкт-Петербург)
Композитор – Мөҙәрис Ғәзетдинов
Музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат Яхин, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Пластика – Сулпан Асҡарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
РОЛДӘРҘӘ:
Зариф – Фидан Ғафаров, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Йәш Зариф – Артур Ҡунаҡбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Әминә – Нурия Ирсаева, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Йәш Әминә – Милена Сираева
Альбина – Светлана Хәкимова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Азат – Руслан Хайсаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Булат – Әхәт Хөсәйенов, Башҡортостандың халыҡ артисы
Йәш Булат – Фәнис Рәхмәтов, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Гөлфиназ – Илсөйәр Ғәзетдинова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы / Суфия Ҡорбанғәлиева, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Йәш Гөлфиназ – Юлиә Асҡарова / Зилиә Хәлилова
Заһиҙә – Рима Ҡаһарманова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы / Лилиә Ғәлина
Зөһрә – Ирада Ҡадырова / Гөлмирә Исмәғилева
Әсә – Тәнзилә Хисамова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Эдуард – Ирек Булатов, Башҡортостандың халыҡ артисы
Профессор – Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Доктор – Артур Кәбиров, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты