М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «БӘХЕТ ХАҠЫ” спектакле һуңғы тапҡыр уйналды.
13 йыл дауамында тамашасыны көнүҙәклеге, йыр-моңо, ихласлығы менән арбаған, аншлагтары менән театр тарихына ингән музыкальный мелодраманың сәхнәгә 199-сы тапҡыр сығыуы Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы, “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары кавалеры Фидан Сафа улы Ғафаровтың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Фидан Ғафаров уйнаған Зариф роленең сәхнәләре был көндө экранда күрһәтелде, спектаклдең башҡа өлөштәрен актерҙар сәхнәлә уйнаны. Әйткәндәй, репертуарҙа тиҫтә йылдан ашыу ныҡлы йәшәп килгән спектаклдә артистар составы үҙгәреп тороу сәбәпле, “Бәхет хаҡы”ның һуңғы көнөндә улар барыһы ла сәхнәгә сыҡты, тамашасы менән күреште, рәхмәтен белдерҙе.
Милли театр сәнғәте легендаһы Фидан Ғафаров төп ролде уйнаған легендар спектакль барышында зал тып-тын ҡалды. Миллиондарса тамашасының йөрәген яулаған актерҙың уйынын театр сәхнәһендә һуңғы тапҡыр күрергә килгән һәр күңел берсә экранда Фидан Ғафаровтың йөҙөн күреп, бәрхәт тауышын ишетеп ҡыуанғандай булһа, тамаша аҙағына яҡынлашҡан һайын осрашыуҙың һуңғы икәнен тойоуҙан, ҡабатланмаҫ сәхнә оҫтаһының китеүенә иланы.
Спектакль һуңында бер-нисә минут дауамында тынмай яңғыраған алҡыштарҙа Фидан Ғафаровтың таланты менән һоҡланыу ҙа, һөйөү ҙә, юғалтыуға үкенеү ҙә, күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр ижады өсөн рәхмәт тә яңғырағандай булды.