Бөгөн, 27 апрелдә, 78-се йәшендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Һәм Татарстан Республикаларының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы ҒАФАРОВ ФИДАН САФИЧ вафат булды. Ул театр легендаһы, миллиондарса тамашасыларҙың яратҡан актеры булып мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ.
ҒАФАРОВ ФИДАН САФА улы менән хушлашыу шишәмбе, 29 апрелдә, 10.00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтәсәк. Актерҙы тыуған яғында – Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында ерләйәсәктәр.