Бөгөн 3 февраль көнө, “Динамо” катогында М. Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры менән М. Кәрим исем. Милли йәштәр театры араһында ысын мәғәнәлә “араларында боҙҙар ирене”, сөнки бөгөнгө ярыш тап шулай аталды.
Был сараны академтеатрҙың профсоюз комитеты ойошторҙо. Боҙҙа уҙышыу, үҙ коллективыңдың еңеүе өсөн “рәхәтләнеп ауырыу”, бергәләп һыуыҡта боҫрап торған сәй эсеү – февраль айын башлап ебәрү иң ҙур бүләк булды. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Һәр театрҙың үҙ көйәрмәндәре булыуы уйындарҙы тағыла мауыҡтырғысыраҡ итте.
Иң яҡшы уйынсыларға Башдрам менән Йәштәр театрҙары бик матур бүләктәр тапшырҙылар.
Йәй көнө тағы ла күңелле спорт уйындары ( бәлки театрҙар һабантуйы ) үткәрергә кәрәк тигән теләк менән таралышты спортсылар.