АЛМАС ӘМИРОВ БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ РӘЙЕСЕ ИТЕП ҺАЙЛАНДЫ

АЛМАС ӘМИРОВ БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ РӘЙЕСЕ ИТЕП ҺАЙЛАНДЫ

Бөгөн республиканың театр сәнғәте өлкәһендә мөһим ваҡиға булды — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Алмас Хәҙис улы Әмиров Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе итеп һайланды.

Алмас Хәҙис улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы яуаплы вазифала уңыштар теләйбеҙ!