7 ноябрҙә Айрат Абушахмановтың юбилей аҙнаһының дүртенсе көнө Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «Джут (Һуңғы йәйләү)» драмаһы менән тамаланды. Театр сәхнәһендә тамашасыларға тәүге тапҡыр уникаль халыҡ – ара, мультинациональ проект тәҡдим ителде, йәғни бер сәхнәлә төрлө илдәрҙән ике театр осрашты!
Башҡорт театры сәхнәһендә спектаклдәге Әхмәт менән Сәүле сәхнәләрен ҡаҙаҡ телендә Астана ҡалаһынан килгән артистар – Калибәк Ҡыуанышбаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли музыкаль-драма театры артистары Айман Жетписовна Карпсеитова һәм Нурсолтан Торехан улы Есен уйнаны, ә “Мәскәү сәхнәләрен” Хөрмәтулла Үтәшев, Милена Сираева һәм Айым Сөләймәнова башҡарҙы.
Спектаклдән һуң театр директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы исеменән Астана актерҙарына рәхмәт хаттары тапшырҙы.