АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ БИШЕНСЕ КӨНӨ

АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ БИШЕНСЕ КӨНӨ

Айрат Абушахмановтың юбилей аҙналығының бишенсе көнө Айгөл Әхмәтғәлиева пьесаһы буйынса «Ул бит кисә ине» лирик комедияһы менән тамаланды. Был пьесаны режиссер Айрат Әхтәм улы ике театрҙа – тыуған һәм Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театрында сәхнәләштерҙе.

Бөгөн сәхнәлә ижади проект уңышлы үтте! “Ул бит кисә ине” спектаклендә төп героиня – Дилара ролен Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театры актрисаһы Әлиә Салпикова татар телендә башҡарһа, ә беҙҙең театр актерҙары Римма Ҡаһарманова, Азат Вәлитов, Әхәт Хөсәйенов, Артур Ҡунаҡбаев һәм Лилиә Ғәлина үҙ ролдәрен башҡорт телендә уйнаны.

Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ, тамашасыларға йылы ҡабул итеүҙәре һәм көслө алҡыштары өсөн ҙур рәхмәт.