АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ ӨСӨНСӨ КӨНӨ

АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ ӨСӨНСӨ КӨНӨ

Айрат Абушахмановтың юбилей аҙналығының өсөнсө көнө Зифа Ҡадырваның повесы буйынса ҡуйылған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакле менән тамамланды.
Бөгөн дә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа йылы ҡотлауҙар һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Спектаклдән һуң юбиляр сәхнәгә сығып, труппаға һәм ҡәҙерле тамашасыларға алҡыштар һәм йылы һүҙҙәр өсөн рәхмәт белдерҙе.

Бөгөн кис беҙҙең менән булған бөтә тамашасыларға тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәбеҙ! Алда беҙҙе тағы өс көн Айрат Абушахмановтың алтын юбилейы уңайынан уйналған иң сағыу спектаклдәр көтә. Әгәр һеҙ театрҙың баш режиссерын ҡотларға теләһәгеҙ, спектаклдәргә килегеҙ!