Боронғолар ҡануны аяуһыҙ: йола буйынса Аҡъегет тол ҡалған еңгәһенә өйләнергә тейеш, әммә уның бала саҡтан йәрәшелгән яратҡан ҡыҙы Зөбәржәт бар. Әсә булараҡ Тәңкәбикәнең йөрәге өҙгөләнһә лә, тик ырыу башлығы вазифаһы уны ата-бабаларҙың хөкөмөнә буйһонорға мәжбүр итә.
Йәштәрҙең уй-хыялдары, бәхетле киләсәккә өмөттәре аҡланырмы? Мөхәббәткә табынған һәм күңел азатлығына ынтылған ике ғашиҡ быуаттар буйы йәшәп килгән ҡанундарға ҡаршы тора алырмы?..
Режиссёр – Айрат Абушахманов
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров
Композитор – Рәмис Хәкимов
Хормейстер – Анель Сиргебаева
Хореограф – Ринат Абушахманов
РОЛДӘРҘӘ:
Тәнкәбикә – Сара Буранбаева, Алһыу Ғәлина
Аҡъегет – Линар Бәитов
Зөбәржәт – Сабина Кирәева
Шәфәҡ – Лилиә Сәғитова
Диуана – Юнир Ҡоланбаев
Дәрүиш – Айсыуаҡ Йомағолов
Ялсығол – Айҙар Шәмсетдинов
Ырыҫҡол бей – Хөрмәтулла Үтәшев, Ирек Булатов
Аҡһаҡалдар – Рәүис Заһитов, Әхәт Хөсәйенов, Илдар Ғүмәров, Алмас Әмиров
Ишмырҙа – Рамаҙан Ғәлимов
Күмәк сәхнәләрҙә: Алһыу Бәхтиева, Рәзифә Динмөхәмәтова, Руслан Ғәлимов, Римма Ҡаһарманова, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Ирада Ҡадирова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Фәнис Рәхмәтов, Милена Сираева, Урал Әминов, Руслан Хайсаров, Лилиә Ғәлина, Айнур Ситдыҡов, Зилиә Ситдыҡова, Азат Вәлитов, Алмаз Йосопов, Морат Рафиҡов, Гөлназ Хайсарова, Илгизә Ғилманова, Зиләрә Юлтаева, Гүзәл Йәнбирҙина, Илүзә Күсәбаева, Айым Сөләймәнова, Айгиз Баймөхәмәтов, Айзилә Төркмәнова, Илгиз Таһиров












© Бөтә хоҡуҡтар яҡланған. Мәғлүмәт күсереп алғанда www.bashdram.ru адресына һылтанма ҡуйыу мотлаҡ. © Privacy Policy.