Иван Васильевич Ломов менән Наталья Степановна Чубукованың ҡауышыуына ҡамасаулай яҙған Үгеҙ туғайы тураһындағы бәхәсте кемдең ишеткәне юҡ икән? Ирен юғалтҡан һәм үҙен ғүмерлеккә дүрт стена эсенә бикләргә ҡарар иткән Елена Ивановна Попова һәм уның мәрхүм иренең кредиторы Григорий Степанович Смирнов хаҡында кем белмәй һуң?.. Бөтәһе лә беләлер, бөтәһе лә ишеткәндер…
Әгәр инде белмәһәгеҙ, ишетмәһәгеҙ – театрға рәхим итегеҙ! Спектакль бөйөк яҙыусының «Тәҡдим яһау» һәм «Айыу» пьесаларына нигеҙләнгән, уларҙы мөхәббәт темаһы берләштерә.
Ҡайнар хистәр шауҡымы, көлкөлө ваҡиғалар донъяһы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Артистар тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итеп кенә ҡалмай, ә тормошта иң мөһиме – яратып һәм яратылып йәшәү кәрәклеген дә иҫтәренә төшөрәсәк.
А.П.Чехов – «АХ, БЫЛ МӨХӘББӘТ!..»
(«Айыу» һәм «Тәҡдим яһау» водевилдәре буйынса спектакль)
Спектаклдең художество етәксеһе – Айрат Абушахманов
Яуаплы режиссёр – Алмас Әмиров
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров
Хореограф – Алина Мустаева
Башҡорт теленә тәржемә авторҙары – Агиш Ғирфанов («Айыу»), Фирүзә Исҡужина («Тәҡдим яһау»)
РОЛДӘРҘӘ:
«Айыу»:
Елена Ивановна Попова – Лилиә Сәғитова / Гөлнара Ҡаҙаҡбаева
Григорий Степанович Смирнов – Таң Хөсәйенов / Артур Ҡунаҡбаев
Лука – Алмас Әмиров / Фәнис Рәхмәтов
«Тәҡдим яһау»:
Степан Степанович Чубуков – Алмас Әмиров
Наталья Степановна – Илүзә Күсәбаева / Айзилә Төркмәнова
Иван Васильевич Ломов – Урал Әминов
© Бөтә хоҡуҡтар яҡланған. Мәғлүмәт күсереп алғанда www.bashdram.ru адресына һылтанма ҡуйыу мотлаҡ. © Privacy Policy.