“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан сәхнәләштерелә.
Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә генә ҡалған Фәрхинур ғүмер буйы “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы алтмыш дүрт йылдан һуң асыҡланғас, ул алыҫ Германияға, иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә, барырға ниәтләй.
Һикһәнде уҙған оло кешегә, тыуған ауылынан дүрт мең саҡрым ара үтеп, ғүмер буйы күңелендә йөрөткән тойғоларын әйтергә насип булырмы?