Бөгөнгө күҙлектән сығып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Луганск актёрҙары тураһында пьеса буйынса ҡуйылған был спектакль илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мөһим мәсьәләләрҙе күтәрә. МХО-ла ҡатнашыусының тарихы сәхнә менән тормош араһындағы сиктәрҙе юйып, әҫәрҙә һалынған тәрән темаларҙы аса.
Сюжет үҙәгендә – Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фильм кастингы һәм ундағы көсөргәнешле әңгәмә. Кинорежиссёр ҡаршыһына һуғышты сценарий буйынса ғына түгел, үҙ елкәһендә татыған һәм тәрән күңел яраһы алған актёр баҫа. Уларҙың бәхәсендә ысынбарлыҡ менән ялған, карьера һәм хаҡ булмыш бер-береһенә ҡаршы ҡуйыла.
Тыуған ил алдындағы бурыс, ҡыйыулыҡ, яуаплылыҡ… Режиссёр менән актёрҙың көтмәгәндә киҫешкән яҙмыштары миҫалында илһөйәрлек төшөнсәһе кешелеклелек менән үлсәнгән ғәмәл булараҡ асыҡлана. Был әңгәмә – хәтер, йәшәү хаҡы һәм һынауҙар алдында кеше булып ҡалыу тураһында уйланыуҙар.