Спектакль балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең тормошо, ғаилә яҙмыштары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында.
Ни өсөн спектакль «Хыялға ҡаршы» тип атала? «Ҡаршы» был осраҡта ике мәғәнәлә: хыялға табан ынтылыш, уға ҡаршы йүгереү һәм ниндәйҙер көстөң кемдеңдер хыялына ҡаршы тороуы түгелме һуң?
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең хыялы ғаиләлә үҫкәндәрҙекенән етдирәк, ҙурыраҡ һәм көслөрәк. Сөнки уларҙың хыялы бик һирәк тормошҡа аша. Ашҡан хәлдә лә үҙҙәре теләгәнсә түгел. Был үҫмерҙәрҙең хыялы, бер ҡараһаң, үҙҙәренән айырым «йәшәгән» кеүек.
Ә ни өсөн спектаклдең жанры «повесть» тип билдәләнгән? Сөнки төрлө ваҡиғаларҙы айырым артистар (йәштәр) һөйләй: малай, ҡыҙ, тәрбиәсе, әсә, өлкән кеше… һ.б булып. Һөйләй, сөнки уларҙы уйнау мөмкин түгел, бының өсөн шунда тәрбиәләнергә, ошо ваҡиғаларҙы үҙ башыңдан кисерергә кәрәк.