ФЕВРАЛЬ. БУРАН…

ФЕВРАЛЬ. БУРАН…

Большая сцена
Шағир донъяһына сәйәхәт

12+

Авторы спектакля

Thomas Johnson

HR Manager

Thomas Johnson

HR Manager

Действующие лица и исполнители

Sharon Berry

Project Manager

Juliana Lane

Lead Designer

Richard Hernandez

Vice Chairman

Был ижади проект 2012 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сәхнәләштерелде.

Шағир Рәми Ғариповтың ҡатмарлы яҙмышы, һоҡланғыс ижады, һүнмәҫ рухы хаҡында был спектакль. Шағирҙың ҡәләмдәш дуҫтары, ижадташтары, яҡын кешеләре — барыһы ла тормоштан алынған.

Күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына арналған “Февраль. Буран…” исемле ижади проект 2012 йылда бөйөк шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сәхнәләштерелде.

Зөһрә Бураҡаева “Шағир иленә сәйәхәт”те Рәми ағайҙың көндәлегенә һәм тарихи документтарға таянып яҙа. Халыҡ шағирының шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, уйланыуҙары, уның күңел донъяһы – былар барыһы ла әҫәрҙә бермә-бер үрелеп бара.

Шағир ике һында баҫа тамашасы алдына – көндәлектәге Рәми – Артур Кәбиров, тормоштағы Рәми – Фирғәт Ғарипов. Шағирҙың дуҫтары, яҡындары, замандаштары образын театр артистары уйнай.

Ике Рәми бер бөтөн булып баҫҡан кеүек, шағир хаҡындағы спектакль дә проекттың режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев тарафынан бер бөтөн, тәрән эстәлекле сәхнә әҫәре итеп ҡуйылған.

Әйткәндәй, Шағирҙың ижадын пропагандалау, исемен мәңгеләштереү һәм уның образын кәүҙәләндереүҙәге хеҙмәте өсөн Хөрмәтулла Ғаззали улы һәм Артур Кәбиров Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булдылар.

Февраль – Рәми айы — донъяға бөйөк шағирҙы бүләк иткән ай, Рәми Йәғәфәр улы бынан 87 йыл элек 12 февралдә тыуа. Һәм нәҡ февраль айында – 1977 йылдың 20 февралендә ул мәңгелеккә күскән.

Әммә беҙҙең йөрәктәрҙә февраль – шағирҙың донъяға килгән айы булып һаҡланһын!..

 

ТЫУҒАН КӨН

Эс бошорғос талғын сәғәт теле

Нисә ҡабат инде ураны!..

Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,

Үкһей тышта февраль бураны.

Ниндәйҙер бер серле мәғәнә бар

Келт-келт иткән сәғәт телендә —

Яҡты был донъяға килгәнмен бит

Шул буранлы айҙың төнөндө.


Мин дә бала инем. Хыялландым

Был донъяны гиҙеп сығырға,

Күпкә ынтылдым мин, тик һуңынан

Ғашиҡ булдым йырға, шиғырға.

Күрҙем яҡшылыҡты, яманлыҡты,

Әсе-сөсөһөн дә татыным.

Һөйҙөм! Һөйөлдөм дә буғай!

Улдар бүләк итте ҡатыным…


Күп кешеләр үтте я
ҙмышымдан,

Күңелемә һалып яҡтыһын.

Бына инде шулай йәшәй торғас,

Үтте ғүмеремдең яртыһы!..


Үтте!
Ә һуң ни эшләнем!

Ни һуң?

Бик аҙ түгелме, тип һораным…

Эс бошорғос шуға сәғәт теле,

Үкһей шуға февраль бураны…

Авторы спектакля

Richard Hernandez

Vice Chairman

Действующие лица и исполнители

Ближайшие даты

Февраль 13 Шш

Фекер яҙырға