Спектакль-вербатим – документаль театрҙың бер формаһы. Уның нигеҙендә реаль кешеләр менән әңгәмәләр ята. Бындай театраль технология тамашасыны үҙ эсенә йәлеп итә һәм уны спектаклдең бер ҡатнашыусыһына әйләндерә.
“Ете быуын. Һаҡлаусылар” спектакль-вербатимы Башҡортостандың бер районында йәйге экспедицияла тупланған материалдар буйынса әҙерләнде. Ул ваҡытта актерҙар ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ менән аралашып, уларҙан үҙҙәре, тормоштары, тел, милләт, иман, дин, быуындар бәйләнеше хаҡында һорашып яҙып алдылар. Бер һүҙ менән әйткәндә, актерҙар кешелекте берләштәреүсе, үҙенсәлекле һәм уникаль итеүсе милләт тигән төшөнсәнең мәҙәни кодын эҙләне. Спектаклдең төп төшөнсәләре − минең ерем, телем, йолаларыбыҙ, тамырҙарыбыҙ, балаларыбыҙ. Ябай ауыл халҡының бөгөнгө тормошҡа ҡарашы.
Спектаклде ҡуйыусыларҙың уй-фекерҙәре геройҙарҙың фекере менән тап килмәүе лә ихтимал. Актерҙар, спектаклде ҡуйыусылар геройҙар һәм тамашасыларҙы тоташтырып тороусы сылбыр.
Спектакль һеҙҙең этика һәм тормош ҡағиҙәләрегеҙгә бәйле хистәрегеҙгә ҡағылыуы мөмкин. Әгәр шулай икән − ғәфү үтенәбеҙ.