Аҡса эшләргә теләп, Ғиззәт яҡын дуҫы менән ҡалаға эшкә сығып китә. Әйтерһең, аҡыллы, эшһөйәр егетте ҡала байҙары көтөп кенә торған − нисек тә булһа егетте күндереп, кейәүгә сыға алмай ултырып ҡалған ҡарт ҡыҙҙарына өйләндереү яғын уйлай башлайҙар. Ярлы егеткә бәхет йылмая, байҙарса йәшәп китергә мөмкинлек тыуа. Ғиззәт, ҡотҡоға бирелеп, байҙарҙың тәҡдимен ҡабул итерме, әллә баш тартырмы?..
Музыкаль комедия мотлаҡ тамашасылар йөрәген яулаясаҡ: сәхнә әҫәренең нигеҙендә − ҡыҙыҡлы сюжет, көлкөлө хәл-ваҡиғалар, күңелле һәм дәртле йыр-моңдар.