Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы – Тирәкле ауылы миҫалында ХХ быуат дауамында барған ваҡиғаларҙы күрһәткән роман-пенталогия.
Спектакль романдың өс киҫәге мотивтары буйынса ҡуйылған. Уның үҙәгендә – революция, коллективлаштырыу һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда йәшәгән Моратовтар ғаиләһенең тарихы. Ҡара Тирәкле ауылында сит исемдәр аҫтында йәшәгән башҡорт байҙары Диңгеҙхан менән Барсынбикәнең яҙмышы ябай түгел: илдәге үҙгәрештәргә риза булмағандар менән бергә Диңгеҙхан енәйәт ҡылып, үҙ өҫтөнә гонаһ ала – шуның арҡаһында уның ғаиләһе тотош ырыуын юҡ итерлек ҡарғышҡа дусар ителә.
“Ябай кеше үҙенең яҙмышына ҡаршы тора аламы?” – тигән һорау менән Барсынбикә балаларының – Гөлбаныу менән Ихсанбайҙың яҙмышы өсөн көрәшә.