«Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәйге хаҡы» повесы нигеҙендә ҡуйылған.
Бәхет хаҡы ниҙә һуң? Төп герой – Зариф – композитор, музыкант, йырсы, етәксе – ижадҡа мөкиббән китеп, үҙ ваҡытында ғаиләһенә бик үк иғтибар бирмәй. Өлкән йәшкә еткәнсе: «Сәнғәткә хеҙмәт итеү быларҙың барыһын да аҡлаясаҡ», — тигән фекерҙә йәшәй. Зариф шәхес булараҡ көслө, тормошта туҡтауһыҙ ниҙер эҙләй, йәшәү мәғәнәһен табырға тырыша, бәхет көтә, үҙенең бар яҙмышын сәхнәгә арнай. Ошо сикһеҙ ышаныу үҙен генә түгел, ә бар яҡын кешеләрен дә, теләйме улар, юҡмы, төп геройҙың тормош даръяһында өйөрөлтә. Ғүмере ахырында Зарифтың яңғыҙ ҡалыуы бар үткәнен иҫенә төшөрә. Спектакль, жанрынан уҡ күренеүенсә, махсус яҙылған йыр-моңдарға бай.