Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында яратып яҙған урыҫ яҙыусыһы Николай Крашенинниковтың «Амеля» романы йәтим башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында. Тол ҡалған профессор ҡатында хеҙмәт иткән олатаһы үлеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай дворяндар йортонда тәрбиәләнә. Әммә Амелияны һәр ваҡыт тыуған иленең символына әйләнгән, нәҫел тамырҙарын хәтерләтеүсе маяҡ дәрәжәһенә әүерелгән далаларҙың саҡырыуы борсой. Ҡыҙҙың башҡорттарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныуы, тыуған ил яҙмышы хаҡында борсолоуҙары генетик хәтер, «ҡан тартыуы» менән аңлатыла…