Әкиәт илендә йәшәгән, ти, ағас малай – Буратино. Мәктәпкә барырға теләмәй, тик шаярырға һәм тәртип боҙорға ғына ярата ул. Шуға ла һәр ваҡыт төрлө мажараларға тарый. Кем һуң уның тәртибен ҡырҡа үҙгәртә? Кемдән малай Алтын асҡыс ала, кем ул ҡарт гөбөргәйел Тортила, Папа Карло, Карабас-Барабас? Мөғжизәләр яланына әйҙәгән хәйләкәр төлкө Алиса менән Базилио мыраубайҙан ҡасып ҡотола алырмы Буратино?..